+30 °С
Болотло
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
9 Сентябрь 2025, 09:15

Ибраһим АБДУЛЛИН

Ибраһим Әхмәт улы  Абдуллин ( 1920 йылдың 20 сентябре — 2005 йылдың 9 июле) – хәҙерге Шаран районы Ерекле ауылында тыуған. Яҙыусы, драматург. Журналда әҫәрҙәре оҙаҡ йылдар даими баҫыла. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.  Их, һин, Вафа...   Скетч Ҡатнашалар: Вафа, Мәфрүзә. Өҫтәл. Унда асыҡ сумаҙан. Вафа, ҡағыҙға ҡарап, сумаҙанына әйберҙәр һала. Уның кәйефе яҡшы. Яҡшы булмаҫлыҡмы ни – ул бит бөгөн курортҡа китә.

Ибраһим АБДУЛЛИНИбраһим АБДУЛЛИН
Ибраһим АБДУЛЛИН

В а ф а. Дүрт күлдәк... Икеһе еткән. Дүрт галстук. Тағы икене өҫтәйбеҙ. Дүрт пар ойоҡбаш, пижама, ҡырыныу приборы, крем, одеколон... Грелка... Ырғытабыҙ... Бисәнең ҡыҙ ваҡытында төшкән карточкаһы... Ҡалдырабыҙ... Уф-ф!.. (Алан-йолан ҡарана ла, ҡайҙандыр ярты литр араҡы, ике ҡап папирос сығарып, әйберҙәре араһына һала, сумаҙанын бикләп, асҡысын салбарының кеҫәһенә тыға).

М ә ф р ү з ә (инеп). Бөтәһен дә һалдыңмы, Вафа?

В а ф а. Һалдым, күбәләгем.

М ә ф р ү з ә. Мин яҙғансамы?

В а ф а. Фәҡәт һин яҙғанса, күбәләгем.

М ә ф р ү з ә. Ышанмайым.

В а ф а. Ант итәм, күбәләгем.

М ә ф р ү з ә. Ышанам. (Уны үбә).

В а ф а (сумаҙанды алып, ишек төбөнә ҡуймаҡсы була). Поезд китергә... Бер сәғәт ҡалды.

М ә ф р ү з ә (ире сумаҙанды иҙәнгә ҡуйҙы тигәндә). Туҡта!

В а ф а. Туҡтаным, күбәләгем.

М ә ф р ү з ә. Ас.

В а ф а. Күбәләгем...

М ә ф р ү з ә. Ирҙәр бит ул указание-приказание бирергә генә оҫта, ә эшкә килгәндә... Моғайын, берәй әйбереңде онотоп ҡалдырғанһыңдыр әле. Былтыр ҙа юлдан телеграмма һуҡтың.

В а ф а. Ышанмаһаң... (Сумаҙанды өҫтәлгә ҡуя). Асҡысымды ҡайҙа ҡуйҙым һуң әле?.. (Эҙләгән була).

М ә ф р ү з ә. Әйттем бит... Был ниткән бәндә?.. Ишектән сыҡҡансы уҡ асҡысыңды юғалтҡанһың, курортҡа барып еткәнсе бынауы ғәзиз башҡайыңдан да яҙырһың әле. Вафаҡайым түгел, яфаҡайым һин. Хәҙер запас асҡысты алым керәм. (Сыға).

В а ф а (сумаҙанын йәһәт кенә асып, унан араҡы менән папиростарҙы алып йәшерә). Үлемдән ҡасып ҡотолоп була, ә бисәнән ҡотолоп булмай. (Мәфрүзә инә). Күбәләгем, асҡысты таптым. Сумаҙан ревизияға әҙер. (Сумаҙанын аса).

М ә ф р ү з ә (сумаҙанды байҡап ала). Яп. Биклә. Ҡуй. Минең янға кил. Тот. (Иренә бер телем икмәк бирә). Валлаһи-билләһи, тиң.

В а ф а. Билләһи-валлаһи.

М ә ф р ү з ә. Ошо икмәк төҫөн күрмәйем.

В а ф а. ...Күрмәйем!

М ә ф р ү з ә. Аяҙ көндө йәшен һуҡһын.

В а ф а. ...Һуҡһын!

М ә ф р ү з ә. Ер йотһон.

В а ф а. ...Йотһон!

М ә ф р ү з ә. Әгәр юлда һәм курортта... Ниңә минең арттан ҡабатламайһың?

В а ф а. Күбәләгем...

М ә ф р ү з ә. Ул ваҡытта Кавказға түгел, Йоматауға ла бармайһың!

В а ф а. Ярай, ярай... Әгәр юлда һәм курортта берәр тамсы араҡы эсһәм һәм берәр папирос тартһам, ер йотһон, йәшен һуҡһын!.. Бөттөмө?

М ә ф р ү з ә. Мә, ҡул ҡуй. (Ҡағыҙ бирә).

В а ф а. Быныһы ни тағы?

М ә ф р ү з ә. Ант. Ошо антыңдың бер хәрефен генә боҙһаң да... Профсоюз билетыңдың эсенә һалып ҡуям. Хәҙер ултыр. (Тәрилкә бирә). Иҙәнгә ташла. (Вафа тәрилкәне иҙәнгә ташлай). Һана, ватыҡтары нисәү? (Ире, үрмәләп, тәрилкә ватыҡтарын йыя, ҡатыны, үҙен-үҙе ҡосаҡлап, уға ҡарап тора).

В а ф а (тормай ғына). Ун өс...

М ә ф р ү з ә. Ун өс? (Үҙ-үҙенә). Пар түгел... Тор! Сисен! Курортҡа бармайһың.

В а ф а. Таптым! Тағы берҙе таптым, күбәләгем. (Тора). Ун дүрт... Бына, һана. Берәү, икәү, өсәү...

М ә ф р ү з ә (ҡәнәғәт). Үп! (Күҙ йәштәрен һөртә). Иҫән-һау йөрөп, берәр биш килоға ябығып ҡайт, Вафаҡайым... Мине һағынһаң, таңдарын Сулпан йондоҙға ҡара, мин дә шуға ҡарармын.

В а ф а. Күбәләгем, поезд китергә...

М ә ф р ү з ә. Үҙеңде тағы бер үбәйем әле... (Уны ҡосаҡлаған булып, кеҫәләрен ҡапшап сыға). Бар. Юлыңда фәрештәләр ҡанат ҡаҡһын!

Сығалар. Сәхнә ҡараңғыланып ала. Бер аҙҙан Мәфрүзә урап керә.

М ә ф р ү з ә (сәғәтенә ҡарап). Вафаның киткәненә ете сәғәт. Хәҙер ул ҡайҙа етте икән? Минең һүҙҙәремде иҫенә төшөрәме икән? Әллә ғырылдап йоҡлап ятамы? (Аҡрын ғына ишек асыла, сәсе-башы туҙған Вафа ҡайтып инә. Ул иҫерек). Вафа!..

В а ф а. К-к-күбәләгем... Путевканы онотҡанмын. Аҡсаны эсеп бөтөрҙөм...

М ә ф р ү з ә.  Вафа... Йәнем, киттек...

В а ф а. Ҡайҙа, күбәләгем? Санаторийғамы?

М ә ф р ү з ә. Юҡ, айнытҡысҡа, Вафаҡайым-яфаҡайым...

                                     Шаршау.

Автор:
Читайте нас