

– Ах-ах!, Уф-уф-ф!
– Һеҙгә ни булды?
– Бер нәмә лә булманы, ғәҙәт ғәләмәте.
– Йәнә билегеҙ йонсотамы?
– Ниндәй бил тағы? Шул да булдымы сир! Мин үҙемә хәҙер етдиерәк сир таптым. Нырвыларым ҡаҡшаған.
– Аңлап еткермәнем. Ауырыу нисек шәп булһын?
– Шәп йәшәп алдым, тим. Эштә миңә бер кем дә бәйләнмәй ине, ҡаты һүҙ әйтергә баҙнат итеүсе лә булманы. Йыл һайын курортҡа путевка биреп торҙолар.Теләгән ваҡытта эшемде ташлап сығып китә инем. Ҡайһы магазинда ниндәй тауар һатылғанын көн дә белеп тора инем.
– Ә врачтар нимә тиҙәр ине һуң?
– Мин уларға ауырымдың бөтә симптомдарын шундай оҫта һөйләп бирә инем, хатта төрлө консилиумдарҙа ла минең сиремдең серен аңлап еткерә алмайҙар ине. Тик бер заман профессор саҡыртып килтереп кенә эште боҙҙолар. Ул мине үҙенең ғилми-тикшеренеү институтына алып китергә булды. Был бик һирәк осрай торған сир, уны тыңлап тикшерергә кәрәк, тигән була... Әйтеп тораһы ла юҡ, шундай шәп сир ине... Эш ваҡытында парикмахерскийға, йә иһә ательеға барырға, дефицит тауарҙар һатылған магазинда сиратта торорға була ине. Әлеге шул профессор арҡаһында ғына хушлашырға тура килде...
– Эшегеҙ менәнме?
– Юҡ, сирем менән. Ярты йыл самаһы ауырыманым. Шул тиклем ыҙаланылар, аптыраттылар. Ахырҙа бер журналда заманаға хас ауырыу хаҡында уҡыным. Шунан һуң йөрәгем ауырта тип зарлана башланым. Әлегә эштәр ал да гөл: күптән түгел курортҡа барып ҡайттым. Бергә эшләгән иптәштәрем мине йәлләй. Директорыбыҙ ғына миңә ҡаты бәрелергә баҙнат итте. Мин шунда уҡ йөрәкте тотоп иҙәнгә ауҙым. “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡырҙылар. Әллә нисә укол бирҙеләр. Директорыбыҙҙың нисек шөрләгәнен белһәң икән! Хәҙер мине бер саҡрымдан урап үтә.
– Мин дә һеҙҙең тәжрибәгеҙҙе ҡулланыу хаҡында хыяллана башланым бит әле, Тәғзимә Талиповна. Миңә лә берәй һәйбәт кенә сир тәҡдим итһәгеҙ шәп булыр ине...
– Иртәнгә минең хәлем мөшкөлләнәсәк, шуға күрә эшкә бармайым. Инеп сығығыҙ, сәй эсербеҙ. Бер ыңғайҙа һеҙгә яраҡлы сир табырға тырышырбыҙ...
1975 йыл, август.
Фото: https://www.moypolk.ru/soldier/