Фәйзи ҒҮМӘРОВ
Фәйзи Муллағәли улы Ғүмәров (1926 йылдың 3 марты — 2002 йылдың 27 июле ) хәҙерге Стәрлебаш районы Иҫке Хәлекәй ауылында тыуған. Шағир, журналист. 1956—1958 йылдарҙа «Һәнәк» журналында эшләй. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ҡолдар галереяһы
Ҡол биләүселәр бөткәнгә
Үтһә лә бик күп йылдар.
Ҡолдар бөтөп бөтмәгән шул,
Осрай һаман да ҡолдар.
Шәриптәрҙең фатирында
Биш шифоньер, ун диван,
Хатта, боролор урын юҡ,
Әйбергә донъя тулған.
Бындай затлы әйберҙәргә
Теймәй һис әҙәм ҡулы.
Улар әйбергә табына,
Улар ҡол, әйбер ҡоло.
Фото: culture.ru