+30 °С
Болотло
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
11 Сентябрь 2025, 16:55

ЖУРНАЛЫБЫҘҒА – БЕР БЫУАТ!

“Һәнәк”– республикабыҙҙағы берҙән-бер сатира һәм юмор журналы. Тап йөҙ йыл элек, йәғни 1925 йылдың 15 сентябрендә, уның тәүге һаны сыҡҡан. Быуат һуҙымында дәүләтебеҙҙә әллә күпме үҙгәрештәр булды, әллә нисәмә ил башлығы алышынды, хатта социалистик система йәнә капиталистикка әүерелде, әммә “Һәнәк” үҙенең изгелекле һәм игелекле юлынан тайпылманы. Утыҙынсы йылдар аҙағынан 1956 йылға тиклем арауыҡта ғына журнал сыҡмай тора, һуңынан уҡыусыларына йәнә әйләнеп ҡайта.

ЖУРНАЛЫБЫҘҒА –  БЕР БЫУАТ!ЖУРНАЛЫБЫҘҒА –  БЕР БЫУАТ!
ЖУРНАЛЫБЫҘҒА – БЕР БЫУАТ!

Тормош бер урында ғына тормай. Һәр замандың үҙ ҡаҙаныштары булған кеүек үҙенә генә хас етешһеҙлектәре, проблемалары ла бихисап. Бәхеткә ҡаршы, ауырлыҡтарҙы йырып сығыу өсөн быуаттар буйына һыналған тылсымлы бер ысул бар: ул да булһа, әлеге лә баяғы – көлкө терапияһы. Кәмселектәрҙе түңкәрерҙәй, кәйефтәрҙе күтәрерҙәй көлкөлө журнал – “Һәнәк” ошо ысулды ҡуллана. Хикмәтле хикәйәләр, шаян шиғырҙар, ғибрәтле һүрәттәр, фәһемле фельетондар, әскелтем әйтемдәр, мәрәкәле мәҙәктәр менән үҙ маҡсаттарына ирешә. Үткер күҙле, тапҡыр һүҙле сатира-юмор оҫталарын – яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы, фельетонсыларҙы йәлеп итә. Күп һанлы авторҙары ла ишәйә бара. Иң мөһиме – яратҡан журналы менән гел бергә булған тоғро дуҫтарыбыҙ артты! Йөҙ йәштә кешенең теше яңынан сыға, тиҙәрме әле?! Тимәк, бөгөнгө быуын редакция хеҙмәткәрҙәре лә Мәжит Ғафури, ­Ғариф Ғүмәр, Имай Насыри, Назар Нәжми, Сәғит Агиш, Марат Кәримов, Тимер Арслан, Михаил Воловик, Әнғәм Атнабаев, Фәрит Иҫәнғолов, Марсель Сәлимов, Рәдиф Тимершин, Буранбай Исҡужин, Альфред Штабель, Александр Андреев, Хәлил Әхтәмов һымаҡ өлкән ҡәләмдәштәренең матур традицияларын лайыҡлы дауам итә.
Ә журнал иһә киләсәктә лә ҡыҙыҡлы, уҡымлы, бай йөкмәткеле булып сығасаҡ. “Һәнәк” үҙенең асылына тоғро ҡала – йәмғиәтте кәмселектәрҙән арындырыу һәм күңелдәрҙе күтәреү өсөн бар тырышлығын һаласаҡ – йөҙ йәштә барыһы ла башлана ғына!

ҺӘНӘКТӘР.

 

ЖУРНАЛЫБЫҘҒА –  БЕР БЫУАТ!
ЖУРНАЛЫБЫҘҒА – БЕР БЫУАТ!
Автор:
Читайте нас