+30 °С
Болотло
Йөҙ йыллыҡты ҡаршылап...
15 Сентябрь 2025, 09:40

Әнғәм АТНАБАЕВ

Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев (1928 йылдың 23 феврале  – 1999 йылдың 13 октябре) хәҙерге Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында тыуған. Шағир, драматург, 1977-1989 йылдарҙа «Һәнәк” журналының баш мөхәррире урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостандың халыҡ шағиры. ТӨШ Мин бер көндө кинәт үлеп киттем – Шундай рәхәт, шундай күңелле! Үле кәүҙәм тере сәскәләргә, Маҡтауҙарға, данға күмелде

Әнғәм АТНАБАЕВӘнғәм АТНАБАЕВ
Әнғәм АТНАБАЕВ

Дошман тигәндәрем дуҫ булдылар, –
Керфектәре йәшкә сыланды,
Һәм гәзиттәр, ҡара ҡайғы менән,
Һүрәтемде баҫып сығарҙы.

Исемемде, алла исемеләй,
Ҡабатлайҙар яҡшы сифаттан;
Иң ҡәҙерле изге бер йөк һымаҡ,
Күтәрәләр мине сиратлап.

Эшләпәһен һалған министрҙар,
Завтар, замдар йәйәү атлайҙар,
Көн аралаш һүккән тәнҡитселәр
Баш осома баҫып маҡтайҙар.

Ғүмер буйы мин яҙғанмын, имеш,
Почти гениальный әҫәрҙәр.
Мин үлгәс тә, ошо әҫәрҙәрем
Миңә һәйкәл булып йәшәрҙәр.

Хатта ҡатын маҡтай: эсмәгәнмен,
Гулять итмәгәнмен,уңғанмын,
Алтын кеүек кеше булғанмын бит,
Үлеп кенә харап булғанмын...

Эй маҡтайҙар мине, эй данлайҙар –
Портреттар хатта көнләшә.
Кеше үҙенең бөйөк икәнлеген
Ҡайҙан белер ине үлмәһә?!

1966 йыл, ғинуар.

 

Әнғәм АТНАБАЕВ
Әнғәм АТНАБАЕВ
Автор:
Читайте нас