

ШӘЙЕХЗАДА БАБИЧ
Башҡорт әҙәбиәтендә ул
Бөйөк бер табыш булды.
“Һәнәк” журналының да бит
Атаһы Бабич булды.
ҒАРИФ ҒҮМӘР
Ғ. Миәкинский ҙа ул,
Ғ. Шут та – ул, Ғ Юлай.
Ғариф Ғүмәр йәмһеҙлектең
Кәрәген бирҙе шулай.
ӘНҒӘМ АТНАБАЕВ
Ыжлап та бирмәҫ ине ул
Ҡалмаһа ла бер тәғәм.
Әллә юморһыҙ бер көн дә
Йәшәй алманы Әнғәм.
ИМАЙ НАСЫРИ
Ул халыҡтың дуҫы ине,
Көлөп йәшәне Имай.
Уның яҙғандарын уҡып,
Йә әле, һин дә йылмай.
МАРАТ КӘРИМОВ
Көлмәгән кеше ҡалманы
Уның эшенә ҡарап,
“Һәнәк”те етеҙ ҡулында
Уйната ғына Марат.
НАЗАР НӘЖМИ
Оҙаҡ йылдар күтәрҙе ул
Сатирабыҙ баҙарын.
“Һәнәк” һағынып иҫкә ала
Шаян телле Назарын.
МАР. СӘЛИМ
Төрлө әтрәгәләмдәрҙең
Бөтөрҙө тамам хәлен.
Элеп алды, һелкеп һалды
“Һәнәк” менән Мар. Сәлим.
2010 йыл, октябрь.