

И р. Беҙ кисә яңы закон ҡабул иттек. Бөгөндән башлап рөхсәт ҡағыҙын бер айға ғына бирергә. Кем айҙан ашыу рөхсәт ҡағыҙһыҙ эшләй – штраф! Йөҙ мең һум!
Ҡ а т ы н. Йөҙ мең?! Хәҙер миңә лә штрафмы?
И р. Һин ике көн рөхсәт ҡағыҙһыҙ эшләйһең.
Ҡ а т ы н. Мин бит белмәнем һеҙҙең законды.
И р. Законды белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай. Бына квитанция. Бөгөн үк түлә.
Ҡ а т ы н. Был бит ғәҙелһеҙлек! Ниңә йәшереп ундай закон сығараһығыҙ?
И р. Закондар һәр саҡ йәшерен эшләнә. Штраф һалыу өсөн. Бюджет сатнай бит, ҡәҙерлем, бюджет. Мә, тот!
Ҡ а т ы н. Йөҙ мең штраф! Мин уны ҡайҙан алайым!
И р. Һеңлем, аңла, бюджет аҡса һорай.
Ҡ а т ы н. Туҡта, ағай. Ул штрафты берәй нисек түләмәҫкә буламы?
И р. Бына был конструктив фекер. Булмай!
Ҡ а т ы н. Их! Ни эшләргә! Йөҙ мең!
И р. Хәйер, бер юлы бар.
Ҡ а т ы н. Бармы? Әйтегеҙ тиҙерәк.
И р. Әйтә алмайым.
Ҡ а т ы н. Ниңә?
И р. Бында тыңлаусы аппараттар бар. ФСБ тыңлап ултыра.
Ҡ а т ы н. Юҡ бында бер ниндәй ҙә аппарат. Әйтегеҙ.
И р. Һин белмәйһең, һеңлем. Һәр фатирҙы тыңлайҙар. Мин ФСБ-ны яратам!
Ҡ а т ы н. Ҡолағыма әйтегеҙ... Нимә? Нимә тинегеҙ! Ҡысҡырыбыраҡ әйтегеҙ, ишетмәйем.
Ир. Ай, Алла! Ҡысҡырырға ярамай, ишетәләр!
Ҡ а т ы н. Булмаһа, уратып әйтегеҙ.
Ир. Һеңлем, минең ғаилә бар. Бала ас, бисә яланғас.
Ҡ а т ы н.. Һеҙгә лә штраф һалдылармы?
И р. Юҡ! Малай компьютер һорай, бисә – шуба. Норковый.
Ҡ а т ы н. Бала менән ҡатындың күңелен күреү сауаплы, тиҙәр.
И р. Күрер инем дә, аҡса ҡайҙа? Аҡса ҡайҙа, тием?
Ҡ а т ы н. Зарплата алмайһығыҙмы ни?
И р. Ул бит сүп! Икмәк алырға ла етмәй.
Ҡ а т ы н. Тимәк аҡсағыҙҙы дөрөҫ бүлмәйһегеҙ! Күпме алаһығыҙ?
И р. Күпме алһам да етмәй. Тағы кәрәк.
Ҡ а т ы н. Һеҙгә тағы бер ергә эшкә урынлашырға кәрәк. Хәҙер күп кеше ике урында эшләй.
И р. Кәрәкмәй миңә икенсе эш! Миңә өҫтәмә аҡса кәрәк. Өҫтәмә! Аңлайһыңмы?
Ҡ а т ы н. Ҡатынығыҙ ҡайҙа эшләй?
И р. Эшләмәй.
Ҡ а т ы н. Бәй! Ана шуға ла аҡсағыҙ етмәй. Эшкә урынлаштырығыҙ.
И р. Кәрәкмәй уға эш! Миңә аҡса ғына кәрәк. Аҡса! Күп аҡса! Ошолай өҫтән яуып торһон. Ямғыр кеүек! Был кеҫәгә! Был кеҫәгә!
Ҡ а т ы н. Бурысҡамы?
И р. Ай, Алла! Һин үлтерәһең мине! Бөтөнләйгә!
Ҡ а т ы н. Нисек бөтөнләйгә? Мин аңламайым һеҙҙе! Икенсе эшкә урынлашырға теләмәйһегеҙ, бисәгеҙҙе эшләтмәйһегеҙ. Үҙегеҙгә күп аҡса кәрәк. Һеҙгә урлашырға кәрәк!
И р. Уй, йөрәк! Кәрәкмәй урлашырға, кәрәкмәй. Миңә ришүәт кәрәк, взятка! Взятка! Взятка!!!
Ҡ а т ы н. Аңланым. Рәхим итегеҙ. Хәҙер рөхсәт буламы?
И р. Була. Мә!
Ҡ а т ы н. Рәхмәт.
Фото: culture.ru