

Беҙҙең Ғәли түрә булған,
Күмәкләшеп шуны “йыуҙыҡ”.
Булмаҫ, – тине, – минең яҡтан
Башҡа бындай насар ҡылыҡ.
Ваҡыт үтте, ҡосағында,
Үтте көндәр берәм-берәм.
Ғайнан һаман ҡайта торҙо
Өп-өр яңы хәйлә менән.
Кисә, – тине, – Хәйри дуҫым,
Сыҡты сәфәр – оло юлға.
Ә беҙ бөтөн ҙур майҙанда
Эләм элдек, ҡуйҙыҡ ҡолға.
Бөгөн тағы ҡайтты Ғайнан:
Аяғында тора саҡ-саҡ.
Ярһып-ҡыҙып Рәйсә еңгә,
Һорау атты тағы шул саҡ:
Бөгөн тағы ниндәй сәбәп?!
Намыҫың юҡ һис бер тамсы!..
Ғайнан әйтте: – Берәй хәйлә
Үҙең генә уйлап тапсы.
1999 йыл, июнь.