

Хәтеремдә: бер кисәлә,
Һыҙҙырып йөрәк майын,
Әйткәйне:
– Минең "баш"тарым,
Алмашына йыл һайын.
Баштар оса, муйын ҡала,
Тырпайып ҡала муйын.
Ғәйепһеҙгә осһа баштар,
Ай-һай, бигерәк ҡыйын.
Туғыҙ йыл ғүмер эсендә
Булһа ла төрлө саҡтар,
Уртаҡ йөктө тигеҙ тарттыҡ –
Әйтерһең дә, пар аттар!
"Аҡыл сыбығы" ине ул
Юлдан яҙған йәштәргә,
Самаһыҙ ҙурайып киткән
Бәләкәс иптәштәргә.
Атнабайға мәңгелеккә
Ҡағылған шиғыр ене.
Урын баҫыу түгел уйы,
Баҫылып эшләү ине.
Ул ваҡытта гәзитсенең –
Ни аҡсаһы, ни даны.
Ялға сыҡҡанда, ниһайәт,
Булды һыңар миҙалы.
(Ветерандар миҙалы.)
Бөгөн бына ултырамын,
Уйға һалып баштарым.
Һағынам һине, Атнабай –
Иң шәп урынбаҫарым!
Һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем
Һис тә әкиәт түгел.
Уның менән бергә эшләп,
Бәхетле уҙған ғүмер.
СӨНДӘ ТЫУҒАН ДУҪЫМА
"Әнкәй беҙҙе
Сөндән алып кайткан..."
Роберт Миңнуллин.
– Ҡулыңдан килһә, маҡтап яҙ
Минең һөйөклө Сөндө, –
Тигән ине Сөн буйында
Роберт дуҫым бер көндө.
Ә бит уны ошо Сөндән
Алып ҡайтҡан әнкәһе.
Шул Сөндө күргәс, минең дә
Килде ниҙер әйтәһе.
Әйтеп булмай...
Күңелдәге
Ул йырҙың тынаһы юҡ.
Роберт кеүек тә яҙмағас,
Яҙып та тораһы юҡ.
Сөн буйында тыуған дуҫҡа
Өндәшә кеүек күңел:
"Һыуға һәнәк менән яҙып,
Көн күреүсе беҙ түгел!"
2010, йыл, март. № 3.