+17 °С
Болотло

Ғаилә менән МХО-ға

Иглин районы, Һарт-Лабауҙа йәшәүсе ҡатын 2023 йылдың аҙағында МХО-ға юлланырға ҡарар итә. Позывнойы  - “Лилу”. Махсус хәрби операция башланыу менән үк ул хеҙмәт итергә китергә ҡарар итә. Тәүҙә ҡыймай, әммә үҙенең тупланған тәжрибәһе бай булыуын аңлай: ковид башланыу менән ул был госпиталдә эшләй. Һөнәрендә тупланған оҫталыҡ яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәген яҡшы аңлай ул.

Ғаилә менән МХО-ғаҒаилә менән МХО-ға
Ғаилә менән МХО-ға

- Хәрби хәрәкәт барған ер хәүефле икәнен аңлайым. Ковид менән ауырығандарҙы ҡарағанда уларға ни тиклем ҡыйын икәнен, ауыртыныуҙарын күрҙем. Шул уҡ ваҡытта ни тиклем генә ҡыйын булмаһын, кешенең йәшәүгә ынтылыуын да үҙ күҙем менән күрҙем, - тип һөйләй йәш ҡатын.

Бер нисә айҙан “Лилу”ның тормош иптәше лә МХО-ға юлланырға була. Уның позывнойы “Мастер”. Слесарь-монтажник булып эшләгән ир хәҙер госпиталдә өлкән санитар. “Беҙҙең бурыстар төрлө, шуға бик һирәк күрешәбеҙ. Ялһыҙ эшләйбеҙ. Хеҙмәтебеҙ хәүефле һәм ауыр булыуға ҡарамаҫтан, күпме файҙа килтергәнен һөйләп аңлатыуы ла ҡыйын. Бергәләп тупланған көс булып баҫһаҡ ҡына еңеүгә өлгәшәсәкбеҙ”, - ти улар.

Улар икеһе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән. Моғайын, шуға ла бер-береңә ярҙам итеү, терәк булыу, ҡурсалау кеүек төшөнсәләр яҡындыр.

“Лилу” менән “Мастер” мәктәп эскәмйәһенән бергә. Яңыраҡ осрашыуҙарына 22 йыл булыуҙы билдәләгәндәр. “Лилу” егетте хәрби хеҙмәттән көтөп алған. Ул менән ҡыҙҙары үҫеп килә. Ата-әсәләре МХО-ла булғанда балаларҙы өләсәләре ҡарап тора.

- Беҙҙең хеҙмәткә килешеү төҙөгәнебеҙҙе белгәс, балалар баҙап ҡалды. Шулай ҙа аңлап,тыныс ҡабул иттеләр. Улар беҙҙе көтә, шуға үҙебеҙҙе һаҡлап йөрөтәбеҙ. Иремдең “Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн” миҙалы, минең II дәрәжә “Хәрби дан өсөн” ("За воинскую доблесть") миҙалы бар, - тип һөйләй “Лилу”.

Ғаилә бүләктәр һәм аҡса өсөн һуғышҡа китмәгән. Тәү сиратта был - күңел ҡушыуы. Ҡатмарлы шарттарҙа ла кеше булып ҡала белеү, мөхәббәтте һаҡлау, кешеләрҙе ҡурсалау кәрәклеген иҫбатлайҙар.

- Арып киткән мәлдәремдә балалар тураһында уйлайым, фотоларын ҡарап алам һәм Еңеүгә ышанам, - ти “Лилу”.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң ирле-ҡатынлы йәнә эш урындарына йүнәлде. Уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек.

Сығанаҡ: https://iglvesti.com/news/SVO/2025-02-20/byt-poleznym-rodine-zachetnaya-missiya-schitayut-suprugi-uchastniki-svo-4129194

Автор:
Читайте нас