Дәүләкән районының Ҡамсалытамаҡ ауылынан Наталия Иванова Рәсәй Оборона Министрлығы саҡырыуы буйынса Мәскәүҙә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам концертында булып ҡайтҡан. Әсә унда махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән улдары менән осраша. Уның дүрт улы ла Ватанды һаҡлай: өлкәне «Айыу» взвод командиры, кесеһе «Чуваш» отделение командиры, игеҙәктәрҙең береһе «Леший» механик - радиотелефонист, икенсеһе - водитель - электрик. Ағалы-ҡустылылар Батырлыҡ һәм Ҡаһарманлыҡ өсөн миҙалдар менән бүләкләнгәндәр. Наталия осрашыу тураһында һуңғы минутына тиклем белмәй.