+17 °С
Облачно

"Үҙемде һындырырға ирек бирмәнем..."

ВСУ ракетаһы һөжүменән һуң аяҡтарын юғалтҡан МХО ветераны пауэрлифтинг буйынса чемпион титулын яулаған. Бөгөнгө көндә батыр егет Параолимпиадаға әҙерләнә.

"Үҙемде һындырырға ирек бирмәнем...""Үҙемде һындырырға ирек бирмәнем..."
"Үҙемде һындырырға ирек бирмәнем..."

Ринатҡа 31 йәш, ул – Батырлыҡ ордены кавалеры, “батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә хәрби заданиены үтәгәс, Запорожье өлкәһендәге Мелитополь янындағы рәсәй хәрбиҙәре лагерына украин ракетаһы һөжүм итә. Васильев ике аяғын һәм өс литрҙан ашыу ҡанын юғалта. Ярты йыл госпиталдә үткәрә, әммә бирешмәй һәм шунда уҡ спорт менән шөғөлләнә башлай.

Ринат аҙнаһына кәм тигәндә өс тапҡыр урамда һәм залда шөғөлләнә. Һәр аҙымы ауырлыҡ һәм көс-хәл менән бирелһә лә, 125 килограммлыҡ штанга күтәрә.  Ауыр атлетика менән шөғөлләнгән егет иң ябай протездарҙа йөрөй. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул яңы кимәлгә сыҡҡан. Өс тапҡыр Мәскәү чемпионы була һәм Паралимпия уйындарына әҙерләнә башлай. Батыр көрәшсенең пландарында спорт мастеры нормативын үтәү һәм тағы ла ҙурыраҡ бейеклектәрҙе яулау өсөн яңы, технологик протездар һатып алыу.

"У Нөктәһе аҫтына эләктем, ләкин үҙеңә нөктә ҡуймайым", - тип йылмайып әйтә Ринат.

Фото: newsheaders.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас