+17 °С
Облачно

МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында спектакль ҡуйыла

15 майҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында хәҙерге заман геройҙары тураһында «Бер ғүмер етмәй икән…» спектакле сәхнәләштерелә. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ысын тарихына нигеҙләнеп яҙылған әҫәр буйынса спектакль яугирҙарҙың батырлығына асыҡ дәлил булып тора.

МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында спектакль ҡуйылаМХО-ла ҡатнашыусылар тураһында спектакль ҡуйыла
МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында спектакль ҡуйыла

Еңеү көнөнә арналған саралар барышында спектаклде йыл ярымдан ашыу хәрби хәрәкәттәр зонаһында хеҙмәт иткән Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Баҙранов та ҡараны.

«Фронтта беҙ үлем тураһында һөйләшмәйбеҙ. Гел уйлап йөрөйһөң, әммә һөйләмәйһең. Был насар билдә. Спектакль йөрәккә үтеп инде. Һәр күренеш шәхси ассоциациялар тыуҙырҙы. Хеҙмәт иткән ваҡыттағы тулҡынландырғыс мәлдәр иҫемә төштө. Ҡарауы еңел булманы, сөнки күп геройҙар күңелемә яҡын. Айырыуса үҙем яҡшы белгән Носорог персонажы иҫтә ҡалды. Батыр йөрәкле шәхес ине. Спектаклде төшөрөүселәргә ҙур рәхмәт, ул бик кәрәк һәм мөһим», — тине Азат Баҙранов спектаклдән һуң.

Спектаклдең премьераһы быйыл февраль айында үтте. Сәхнәлә МХО геройҙары, яугирҙары терелә. Бөтә прототиптар ҙа реаль тормоштан алынған. «Герой», «Хакер», «Историк», «Сәсән», «Иман» һәм «Малыш» позывнойлы геройҙарҙың яҙмыштары, тоғролоғо һәм эш-ҡылыҡтары аша һуғыштың ысын йөҙө асыла. Яҙыусы, сценарий һәм ошондай уҡ исемле китап авторы Мөнир Ҡунафин һүҙҙәренсә, спектаклдә Башҡортостан яугирҙарының данлы хәрби юлы сағылдырыла. Ысын геройҙар рухын, хәрби туғанлыҡты тойҙом, был һуғыштың нисек башланғанын һәм ни өсөн барғанын күрһәтергә кәрәк ине, тип билдәләне ул.

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас