+17 °С
Облачно

«Һөйөү йөрөткән юл»: Өфөнән яугир ҡатыны Айгөл Йәмилеваның МХО юлъяҙмалары

— Ирең янына барып ҡайттыңмы әллә? - тиҙәр. Тәүҙә ҡурҡманыңмы, тип ғәжәпләнәләр, аҙаҡ ни өсөн бының тураһында бер ҡайҙа ла яҙманың, тиҙәр.Ике ай тулып килә инде. Әллә ниңә һөйөү хаҡында ла, яугир ҡатыны булыуы тураһында ла шиғырҙарҙан башҡа әйбер яҙғы килмәй. Бәхет тынлыҡты яратамы? Бына инде йылдан ашыу "от звонка до звонка" йәшәү аҡылдан шаштырырлыҡ бәхет булһа, әлбиттә.

«Һөйөү йөрөткән юл»: Өфөнән яугир ҡатыны Айгөл Йәмилеваның МХО юлъяҙмалары«Һөйөү йөрөткән юл»: Өфөнән яугир ҡатыны Айгөл Йәмилеваның МХО юлъяҙмалары
«Һөйөү йөрөткән юл»: Өфөнән яугир ҡатыны Айгөл Йәмилеваның МХО юлъяҙмалары

Махсус хәрби операция башланған көндән үк күңелем менән тартылдым мин унда. Ул саҡта хәрби ҡатыны булырмын тип уйлау ҡайҙа, журналист асылым көҫәй ине был сәфәрҙе. Ә һуғышҡа өс йыл тулғас, журналист булараҡ та, хатта шағир-яҙыусы булараҡ та сыҡманым был сәфәргә. Мине Мостай Кәримдең "Ярлыҡау"ындағы Мария Тереза һымаҡ һөйөү етәкләне.
Йә була, йә булмай. Биштәрҙе төйнәгәндә лә, Ростов-на-Дону ҡалаһына поезда икенсе көн елгәндә лә әле осрашабыҙмы, юҡмы, ул да, мин дә белмәй инем. Бер бер артлы алмашынған туҡталҡа-станция уттарына уҡталам төн йөҙөндә, вагон тәгәрмәстәренең рельс йөйҙәренә бәрелеүен тыңлайым, үҙемдең ошондай әллә күпме яңғыҙ йоҡоһоҙ төндәр кисергән, кинәт айырылышыуҙарҙан, ҡыҫҡа осрашыуҙарҙан, һағыныуҙан хәсрәтләнгән йөрәгемде шиктәр тырнай.
— Ярай, - тим үҙ үҙемә, - килеп сыҡмаһа, диңгеҙ күрермен дә, Ростов менән танышырмын да, ҡайтырмын. Үҙем был осрашыу бойомға ашмаһа, инде артабан нишләремде лә күҙ алдыма килтерә лә алмайым. Алдан өмөтләндереп йөрәгемде алдамайым, йәнәһе.
Диңгеҙ күрҙем, әлбиттә. Көньяҡ ҡалаһына килеп еткәндең икенсе көнөнә үк Азов диңгеҙенә елдерҙем.
— Һыу инергәме? - ти таксист, минең барып етеү урынын "Пляж" тип ҡуйғанымды күреп
— Юҡ, диңгеҙ яратам. Ярында ултырһам да етә миңә, - тип яуаплайым, үҙем аптырайым, апрель аҙағы, был южаниндар шулай яҙҙан уҡ һыу инә микән?
— Диңгеҙ?! - тип аптырап ҡайҡайып ҡарай миңә таксист, - нисә саҡрым һуң бынан? Мин Дон буйына икән тиһәм... Шуға алғайным заказды.
— Бер сәғәт тирәһе юл тигән.
— Ярай, минең дә булған юҡ Азовтың ул яғында. Киттек!
Һөйләшеү барышында таксистың исеме Виктор икәнлеге, уның элек телевидениела корреспондент булып эшләүе, шиғырҙар, йырҙар яҙыуы асыҡлана. Улай тәү күргән кешеләр менән асылып китеп һөйләшеү ғәҙәтем юҡ, әммә алты йыл журналист булып эшләүем үҙен белдерә барыбер.
— Хәрбиҙәрҙең ҡатындары, яҡындары йыш килә бында. Ростовта туҡталалар. Йыш алып йөрөйөм, - ти Виктор. Донъяуи хәлдәр тураһында бер аҙ әңгәмәләшкәс, миңә машинала музыка ҡуйырға тәҡдим итә. Оҙаҡ уйлап тормайым, "Әй йола"ның "Һомай"йын тоҡандырам.
— Ооо! - ти шундуҡ таксист, - Ишеткәнем бар! Ә кем була һуң Һомай?
Мин ихласлап "Урал батыр" эпосының эстәлеген, мәғәнәһен, фәлсәфәүи тәрәнлеген аңлатырға керешәм, үҙем эстән ошолай Башҡортостандан ситтә башҡорттар, халҡыбыҙ хазиналары тураһында еңел генә тота килеп һөйләй алыуыма, һорауҙарға яуап биреүемә ҡыуанам.
Бер аҙҙан Дон далаларының бер яғында зәңгәр таҫма тағатылып китә. Машина тәҙрәһенә ҡапланып тиерлек йотлоғоп, зарығып ҡарайым ул таҫмаға. Диңгеҙ. Әле уны күрмәгән саҡта уҡ атайҙың әрме альбомдарына төшөргән һүрәттәренән ҡараған, төшкә ингән, тәүҙә Ағиҙелдән ҙурыраҡ йылға күрмәгән ҡыҙыйҙы икһеҙ-сикһеҙ киңлеге менән ҡурҡытҡан, аҙаҡ түҙгеһеҙ булып ымһындырған, тәү тапҡыр 2017 йылда Ҡырымда осраған диңгеҙ... Бына килеп тағы осраштыҡ.
— Күпме булһағыҙ ҙа булығыҙ, мин көтөрмөн, үҙем дә берәй ярҙа ял итермен, - ти Виктор, минең был зәңгәр киңлек янында мәңге ултыра алырымды белгән кеүек. Аҡыллы әҙәм үҙе, мине яр буйында ҡалдырып, бөтөнләй икенсе яҡҡа китә.
Күҙ йәштәремде тыйғы ла килмәй. Әллә ниңә ауыр бирелде үтеп барған апрель, шуға миктәгән йөрәкте тап диңгеҙҙең тоҙло тамсылары дауалауына шатмын да, һаман өмөтләнгән осрашыуҙың килеп сығыу-сыҡмауы уңайынан моңһоумын да. Ошондай мәлдәрҙә шул хәтлем һөйгәнемдең янымда булыуын, был изге минуттарҙы уның менән бүлергә теләр инем. Тик. Эстән генә күнегелгән һүҙҙәрҙе ҡабатлайым да, һыуға яҡынлашам: "Есть такая профессия — Родину защищать". Аймылыш килеш ғүмер үткәндәй, йәшлегебеҙҙең иң матур йылдары ике яҡта елгәндәй тойолоп китһә, ошо һүҙҙәр ергә төшөргә, барыһының да оло маҡсат хаҡына булғанын аңларға ярҙам итә.
Эх, мәйтәм, янда фотоға төшөрөргә лә кеше юҡ. Бер генә фото, артығын һорамайым. Шул саҡ янда фотоаппарат тотҡан ҡатын пәйҙә була: ғаиләһе менән диңгеҙ ҡарап йөрөйҙәр. Хоҙайҙың рәхмәте ахыры, тим, үҙем мине телефоныма фотоға төшөрөүен һорайым, ҡулында шундай ҡорал булғас, әнтәкәһен беләлер әле.
Әммә юғары көстәрҙең рәхимлеге бының менән генә бөтмәй әле. Яр буйында яңғыҙ ҡалғас, свитерымды ҡомға түшәнем дә, өҫтөнә ултырырға ла өлгөрмәнем, миңә табан ерән эт эйәрткән бер ҡарттың яҡынлашыуын шәйләп ҡалдым. Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәре иҫкә төштө. Йылмайып ҡуйҙым.
— Чего же ты, дочка, на земле сидишь? Сейчас кресло принесу! - ти бабай, ә эте ихлас килеп миңә һыйынып ултырырға ла өлгөрҙө. Күнегелгән ғәҙәт буйынса, шундуҡ әҙәп һаҡлап баш тартам, әммә бабайҙың ихласлығы арбай.
— Ауырҙыр бит кресло, ҡайҙа, үҙем алып киләйем атыу, - тим. Беҙ яҡындағы ағас йортҡа юлланабыҙ. Ҡунаҡ өйөнөң артҡы яғы икән. Ерән ҡойроҡ яндан юрғалай. Бабай минән был яҡтарҙа ни эшләп йөрөүемде һораша.
— Ирем янына китеп барам теге яҡҡа, - тип яуаплайым.
— Ииий, доченька, - ти ҡарт, былай ҙа ихлас күңеле тағы ла йомшара, - молодая совсем! Дай бог терпения вам всем.
Аҙаҡ креслоны кире ҡайтарғанда мин уның исеме Александр Иваныч икәнлеген, сығышы менән Белгородтан булыуын беләсәкмен, әлегә кире мине үҙенә әйҙәгән тулҡындар янына ашығам.
Креслоға аяҡҡа аяҡ һалып ултырыуым була, күҙҙәремдән йәш тамсылары эркелеп сыға. Юҡ, рәхәтлек бирә, еңеллек өҫтәй торған тамсылар улар, офоҡтан офоҡҡаса йәйрәп ятҡан был хозур күренеш алдында башҡа сәбәптән иларға мөмкинме һуң?

Ер аяғы ер башы үтеп тә, ҙур илебеҙҙең бөтөнләй икенсе ситендә Азов диңгеҙе буйында ултырып та үҙемде яңғыҙ тойманым. Мине һөйөү үҙе етәкләгәнгәлер. Моңһоу ҙа булып китә, әммә бынан түп-түңәрәк бәхеттең бер өлөшө кителмәгән бит әле.
Креслоны үҙем, тиһәм дә, теге бабай үҙе күтәреп илтте ярға табан. Кире ултырғысты алып барып ҡуйырға була, өйгә табан атланым.
- Рәхмәт! – тим йылмайып. Теге ерән эт шундуҡ килеп минең аяҡ осома ҡалас һымаҡ уралып ята ла һалды.
- Ул теләһә кемгә һырпаланып бармай, һине яратты, - ти бабай, шунан өҫтәлгә ымлай, - сәй эсәһеңме?
Аштан оло булырға ярамай, тип өйрәттеләр беҙҙе. Һыуһаттырған да. Хужаһы сәйнүк тоҡандырғансы, ул-был иткәнсе террасаны байҡайым. Радионан йыр ағыла. Диңгеҙ өҫтөнән сар ҙа сор килеп аҡсарлаҡтар оса. Рәхәт.
- Исемең кем? – тип һораша бабай сәй эсергә ултырғас.
- Айгөл.
- Айгюль? А что это означает?
- Лунный цветок.
- Цветочек значит ты.
- Ә һеҙҙең исемегеҙ кем?
- Александр Иваныч мин.
Артабан һөйләшеүҙән уның Ростов-на-Дону ҡалаһында йәшәүен, бында ҡунаҡ өйө ҡараусыһы булып йөрөп эшләүен беләм.
- Сам из Белһрада, - ти, ул яҡтағы кешеләрҙең һөйләшенсә “г” урынына “һ” ҡулланып.

Ҡылт итеп хәтергә әлеге лә баяғы 2017 йылдың Ҡырымлы йәйе иҫкә килеп төшә. Ярымутрауҙың Рәсәйгә ҡушылыуына 3 йыл ғына уҙған. Ҡырым күпере лә төҙөлмәгән, әлеге көндәгеләй алға китеш тә юҡ. Беҙҙе Керчь ҡалаһынан Симферополгә, унан Феодосияға, Феодосиянан Евпаторияға илткән автобустар ҙа иҫке, музей экспонаттарын хәтерләтәләр. Әммә... Кешеләре таң ҡалдырғайны мине. Ярҙамсыллыҡтары йөҙөнә сыҡҡан. Бер ҡырын һүҙ ишетмәҫһең. Юл һораһаң да, матур итеп өйрәтеп ебәрәләр. Ә бер мәлде әхирәтем менән пирста таң ҡаршылап ултырғанда янға асыҡ зәңгәр күк төҫөндәге күҙле егет килде. Андрей, тип таныштырҙы ул үҙе менән. Артыҡ-бортоғо юҡ, былай ғына хәбәр һатып ултырҙыҡ диңгеҙгә аяҡ һәлендереп.
- Мин Донбастан үҙем, - ти Андрей, ә зәп-зәңгәр күҙҙәренә көлһыу күләгә йүгерә, - унда һуғыш бара. Шуға был яҡҡа килдем, бында тыныс бит. Егермеләрен саҡ тултырып алыҫ Уралдан килгән беҙ, ҡыҙҙар, уның был һүҙҙәрен бер әкиәт һымаҡ ҡабул итәбеҙ. Ул нисек ил эсендә үҙ-ара яу ҡупһын, ти? Революция, граждандар һуғышы үткән быуатта тороп ҡалды ла инде. Ниндәй ил үҙ халҡын ҡыра һуң?..

Александр Иванычтың ихлас борсолоп хәл-әхүәл һорашыуы, кресло биреүе, сәй яһауы, алдыма икмәк менән сочни этәреп ҡапҡыларға ҡыҫтауы ҡапыл Ҡырым кешеләрен иҫемә төшөрҙө, оҡшағандар бер-береһенә, тип һығымта яһайым.
Ҡайтырға ҡалҡынғанда, бабай ни алып ни бирергә белмәй йүгереп өйгә инеп китә лә, бер ус сәй пакеттары, бәләкәй шәкәр ҡаптары алып сығып миңә һона:
- Ал үҙең менән. Юлың йыраҡ, ябай юл да түгел. Тегендә сәй эсерһегеҙ.
Ты только не плачь, Цветочек. Все будет хорошо. Только не плачь. Эх, молодые совсем!..

Ҡайтҡанда таксист менән һөйләшмәй генә, өнһөҙ генә барабыҙ. Минең бушап ҡалған күңел торошомдо һиҙепме, Виктор бер һүҙ ҡатмай, тик ҡунаҡхана янында төшөрөр алдынан әйтеп ҡуя:
- Мариуполгә юлланһаң, хәбәр ит. Үҙем сыға алмайым, әммә таныш таксистарға өндәшермен. Тормош иптәшеңә минән күп сәләм еткер!
Номерға барып инеүем була, һөйөклөм хәбәр юллай: “Иртәнән һуң минең янға киләһең. Тап ошонда, янға”.
Йөрәгемде баҫырып торған ауыр ташты алып ташлайҙармы ни, тын алышым иркенәйә хатта.
“Ҡайҙа булһа ла ризамын, иң мөһиме, һинең яныңа бит”, - тип яуап яҙам.

Ростов-на-Дону. Дон йылғаһына һыйынып ултырған герой-ҡала. Беҙҙә, Башҡортостанда, ағастар саҡ япраҡ ярып ҡалғайны, бында алмағастар, сирендәр шау-гөр сәскәгә күмелеп тә ултыралар. Ҡалалар улар йә һинеке, йә юҡ. Ятһа күңелгә, самолет трапы, поезд перронынан уҡ яталар, оҡшамаһа, көндәр буйы урамдарын ҡыҙырып та, үҙеңде яңғыҙ тойорға мөмкинһең. Өфө инде тыуған ҡалама әйләнеп бөтһә лә, эш, йәмәғәт эше, ижад гөрләһә лә, һуңғы айҙа яңғыҙлыҡ тойғоһо алҡымдан ала башлағайны. Һалдатыма ла һаман ял бирмәйҙәр, ҡыҙым да һынлы сәнғәт гимназияһының интернатында йәшәй, шәмбе-йәкшәмбегә генә ҡайтып китә.
Ошо тойғо Ростов-на-Дону ҡалаһына килгәс, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ҡыҙыҡ, мин бит бында береһен дә белмәйем! Ни бары өс йөҙ саҡрымдан ашыу теге яҡта мөхәббәтем көтә. Уға яҡыныраҡ булғанға шулай күңел ярҙарына ҡайттымы икән ни?.. Әллә яҡындарын ут эсенән көткән меңләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һағышын үҙ эсенә һыйҙырған ҡала мине лә яҡын иттеме икән?
Һуң булһа ла, ҡаланы ҡарарға була, йәнә кедаларымдың бауҙарын бәйләйем. Навигатор аша Есенин тигән паб күҙгә ташлана. Миңә етә ҡала: шунда юлланам. Ҡаланың ҡап уртаһында урынлашҡан бина 1885 йылда төҙөлгән, бының турала миңә стеналағы алтаҡта һөйләй. Шунда уҡ “Бесәйҙең исеме Айседора!” тигәндәр. Йомшаҡ йән эйәһе күренмәне, уның ҡарауы мине Есенин шиғырҙары, тулы бер стенаға төшөрөлгән портреты ҡаршы алды. Ҡайҙа барһам да табам мин уны, тип көлөп ҡуйҙым үҙалдыма.

Йылмайырлыҡ, көлөрлөгө алда булған икән әле. Ҡала буйлап бер аҙ сирень еҫен еҫкәп йөрөгәс, ҡайтырға була, такси саҡырттым. Саҡ таптым үҙен, навигаторҙар менән эш хөрт, теге ҡороғор тимер ҡошсоҡтар арҡаһында “глушилка”лар ҡуйылған. Улары бында йыш ҡунаҡ.
- Был ҡаланан түгелме әллә? – ти таксист.
- Юҡ.
- Ҡайҙан?
- Башҡортостандан.
Әйтеп тә бөтөп өлгөрмәнем, әллә ҡайҙан микрофон килтереп сығарҙы был. Шунан бәләкәй планшетында “Һомай”ҙы тоҡандырҙы.
- Беләм башҡорттарҙы! Ошо йырҙарынан беләм! Яратам! Ә үҙем анау һымаҡ, - Ринат Рамаҙановҡа ымлай, - тамаҡ менән йырларға өйрәнгем килә! Варганды ла беләм!
- Беҙҙә ҡумыҙ, - тим, аптырауымды йәшермәйсә. Һүҙҙәрен беләме,
белмәйме, ихлас микрофонға йырлай башланы таксист, икенсе ҡулы менән рулде бора үҙе. Йыр бөткәйне, мине тағы ла ғәжәпкә ҡалдырып, Ирек Ноғомановтың “Йондоҙҙар күп бик күб”ен ҡуйҙы.
- Яратам башҡорт йырҙарын! – тине артынса.
Тәҙрәгә күҙ ташлайым. Ростов-на-Дону буйлап башҡортса йырҙар аҫтында елдертсе. Түҙмәнем, микрофонды һорап алып, йырға ҡушылдым. Машинанан төшкәс тә, оҙаҡ йылмайтты был хәл, халҡым моңоноң гел янда булыуын тойоуҙан бер елкенһәм, Рәсәй буйлап һибелгән берсә мәрәкә, берсә хәстәрле, йөрәктәренә барыһын да һыйҙырған илдәштәрҙе осратыуҙан күңелгә йылы үрмәләне. Халыҡтар дуҫлығы ошо булалыр ҙа?..

 
Автор:
Читайте нас