+17 °С
Облачно

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам

Ярҙам яугирҙәр менән бергә йәшәгән (өс йылдан да кәм түгел), дөйөм хужалыҡ алып барған һәм бәлиғ йәшенә етмәгән уртаҡ балаһы булған граждандарға ҡағыла.

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙамМХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа ҡануниәткә МХО-ла һәләк булғандарҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте.

Был сара махсус операция хәрбиҙәре менән бергә йәшәгән, хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында контракт төҙөгән ваҡытҡа, шул иҫәптән мобилизацияға тиклем дөйөм хужалыҡ алып барған һәм бәлиғ йәшенә етмәгән уртаҡ балаһы булған граждандарға ҡағыла.

Бергә йәшәү һәм дөйөм хужалыҡ алып барыу фактын суд билдәләргә тейеш.

Шулай уҡ закон һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙең йәки доброволецтың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған пособие түләүҙең ваҡытын билдәләй.

https://bash.bashinform.ru/news/svo/2025-07-23/bash-ortostanda-mho-la-atnashyusylar-y-ail-l-re-t-m-yar-am-alyr-a-ho-u-ly-4322986

Автор:
Читайте нас