+17 °С
Болотло

Яугир яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы

Тағы бер яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. 116-сы айырым махсус тәғәйенләнештәге бригада командиры генерал-майор Руслан Ғарифуллинға «Алтын йондоҙ»ҙо Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директоры Виктор Золотов тапшырҙы.

Яугир яҡташыбыҙ – Рәсәй ГеройыЯугир яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы
Яугир яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы

Генерал-майор Ғарифуллин ошо юғары наградаға махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булды.

«Яугирҙәрҙең характеры өсөн 116-сы бригаданы «ҡорос һымаҡ» тип йөрөтәләр. Әйткәндәй, Салауат Юлаев исемендәге ике батальоныбыҙ доброволецтары тап ошо подразделение составында хеҙмәт итә. Улар төрлө хәрби бурыстарҙы үтәй, Тыуған илебеҙ сиген һаҡлай, — тип яҙа Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә. — Руслан Вил улын ысын күңелдән ҡотлайым! Республика һеҙҙең менән ғорурлана!»

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас