-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2022, 11:00

Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра

Кисәге көн Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан беҙҙең команда өсөн бик уңышлы булды. Тәүге алтын миҙалды ир-егеттәрҙең скиатлон буйынса уҙышында Александр Большунов яуланы.

Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра
Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра

Ярыш барышында йығылһа ла, Александр бирешмәне. Тиҙ генә үҙен ҡулға алып, лидерлыҡҡа сыҡты. Көмөш миҙал – Денис Спицов ҡулында. Ә фигуралы шыуыу бәйгеһендә 15 йәшлек Камила Вәлиевабыҙ, ҡыҫҡа программала иң юғары баһа алып, Олимпия уйындарының рекордын ҡуйҙы, шулай уҡ ир-егеттәр араһында икенсе һөҙөмтәгә Марк Кондратюк өлгәшеп Рәсәйҙең фигуралы шыуыу спортсылары командаһын беренсе урынға сығарҙы. 

Олимпия уйындарының тәүге көнөндә Рәсәйгә тәүге көмөш миҙалды  Наталья Непряева (саңғы ярыштары, скиатлон)  яулап алғайны. Шулай уҡ, биатлон буйынса йыйылма командаһы ҡатнаш эстафетала бронза миҙал эләктерҙе. Был уҙышта Башҡортостан спортсыһы Эдуард Латипов командаға бик ныҡ ярҙам итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй командаһы өсөн Ульяна Ниғмәтуллина, Кристина Резцова, Александр Логинов һәм Эдуард Латиповтар йүгергәйне. Көн аҙағында фристайлдың могул төрөнән 19 йәшлек спортсы ҡыҙыбыҙ Анастасия Смирнованың бронза миҙал алыуы билдәле булды. 

Бөгөн Рәсәй йыйылмаһы фигуралы шыуыу буйынса команда ярыштарында еңеү яулап, янсыҡҡа алтын миҙал өҫтәне. Әлегә беҙҙең ил командаһы миҙал зачетында - 1 урында. Афарин! 

Фото интернет селтәренән.

 

Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра
Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра
Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра
Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра
Спортсыларыбыҙ ҡыуандыра
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в