“Беҙ барыбыҙ ҙа Олимпия уйындары барышын ҡараныҡ, барлыҡ республика һеҙҙең өсөн “көйҙө”, Рәсәй спортсылары өсөн борсолдо", - тине ул. Башҡортостанда спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүен, төбәк спорт инфраструктураһына етди өлөш индереүен дә билдәләп үтте. Өфөнөң 450 йыллығына республика баш ҡалаһында волейбол һәм көрәш һарайҙары, ишеү каналы төҙөләсәк, ҙур гимнастика үҙәге асыласаҡ. Республика ҡалаларында бассейндар һәм физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары төҙөлөүе хаҡында ла ла әйтеп үтте.
Шулай уҡ, был матур сарала Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларыбыҙға, уларҙың тренерҙарына республикабыҙ дәүләт наградалары һәм аҡсалата бүләктәр ҙә тапшырылды.