64 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Ғафури районынан 23 йәшлек Илсур Исхаҡовҡа етеүсе булманы. Финалда яҡташыбыҙ Силәбе егетен еңде.
Егеттең шахмат буйынса тәүге тренеры — атаһы Сабир Исхаҡов. Ул әле лә Ҡауарҙы ауылында тренер булып эшләй.
Бокс менән Илсур 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетының беренсе курсында уҡығанда шөғөлләнә башлай. Инженер факультетын тамамлағандан һуң әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, шахбокс менән мауыға башлай. Бер йылдан һуң Санкт-Петербургта Рәсәйҙең Шахбокс федерацияһы беренселегендә һәм чемпионатында беренсе урын яулай.
Әйткәндәй, Төньяҡ баш ҡалала иң шәп спортсылар исеменә 23 команданан 120 спортсы көс һынашты.
Фото: Башинформ