+30 °С
Облачно
Спорт
30 Августа 2022, 05:00

Егеттәребеҙ еңеү яуланы

Сочиҙа үткән биатлон буйынса  PARI Берҙәмлек Кубогының беренсе этабы тамамланды. Башҡортостан спортсылары иҫ киткес һөҙөмтәләр күрһәтте.

Егеттәребеҙ еңеү яуланыЕгеттәребеҙ еңеү яуланы
Егеттәребеҙ еңеү яуланы

Антон Бабиков спринтта һәм масс-стартта ике алтын миҙал яуланы. Эдуард Латипов спринтта икенсе һәм эҙәрлекләү ярышында өсөнсө булды. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов 28 августа үҙенең телеграмма-каналында Башҡортостан биатлонсыларын еңеүе менән ҡотланы: «Спортсыларҙы, уларҙың тренерҙарын һәм биатлон яратыусыларҙы был уңыштары менән ҡотлайым. Егеттәр Рәсәйҙең - спорт державаһы, ә Башҡортостандың ҙур еңеүҙәр төбәге булыуын йәнә иҫбатланы», - тип яҙҙы ведомство етәксеһе.

Фото: "Башинформ"

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас