-4 °С
Облачно
Спорт
29 Июня 2023, 08:00

Күп миҙалдар менән ҡайтҡандар

Түбәнге Новгородта биш көн дауамында барған «Беҙ бергә. Спорт» тип исемләнгән йәйге паралимпия уйындары тамамланды. Илебеҙҙең 54 төбәгенән командалар коляскалағы тенниста, йөҙөүҙә, триатлонда, дзюдола һәм голболда ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күп миҙалдар менән ҡайтҡандарКүп миҙалдар менән ҡайтҡандар
Күп миҙалдар менән ҡайтҡандар

Спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, республикабыҙҙың йыйылма командаһы 66 миҙал алып ҡайтҡан: 21 «алтын», 21 «көмөш» һәм 24 «бронза».

Шулай уҡ паралимпиясыларҙың йәйге уйындары нигеҙендә йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионаты үтте, унда йыйылма командабыҙ дөйөм команда иҫәбенең бронза призеры булды. Афарин, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ үҙегеҙҙе!

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас