+13 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Спорт
16 Апреля , 06:25

Алыштырғыҙыҙ капитан

Әлеге мәлдә Өфө “Динамо” спорт комплексында Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған традицион волейбол турниры бара. Уйында радио, телевидение хәбәрселәре һәм баҫма мәғлүмәт саралары вәкилдәре үҙ-ара көс һынаша. Ҡайһы ҡоманда еңер икән?

Алыштырғыҙыҙ капитанАлыштырғыҙыҙ капитан
Алыштырғыҙыҙ капитан

Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды “Республиканың алтын тауышы” тип атайҙар. Ул яңылыҡтар, телевидение һәм радиола репортаждар, байрамдарҙан һәм Хөкүмәт сараларынан тура трансляциялар алып барҙы. Халыҡ хәтерендә ул иҫкиткес диктор, һөйкөмлө, игелекле, аралашыусан кеше булып ҡала. Ә телеүҙәк коллективы өсөн ул спорт сараларын ойоштороусы ла була. Әхәт Мортазин спорттың күп төрҙәрен яратты, әммә волейболды айырыуса үҙ итә. Радио волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Әхәт Мортазин 2018 йылдың 13 мартында 59 йәшендә ҡапыл вафат була.

Фото: https://vk.com/uldash_fm

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас