

Профессиональ рингта еңелеү белмәгән Артур Собханҡолов еңеүҙәр серияһын дауам итеп, Халыҡ-ара бокс федерацияһы рейтингында артабан да юғары урындарға күтәрелмәксе. Әле ул һигеҙенсе килһә, Усмонов унан өс баҫҡысҡа түбәндәрәк. Артур Собханҡолов - Рәсәй чемпионаттарында күп тапҡыр миҙал яулаған, IBA.PRO версияһы буйынса Европа чемпионы билбауына эйә булған боксер. Быйыл февралдә Собханҡолов филиппин спортсыһы Верджил Виторҙы техник нокаут менән еңеп, ҙур уңышҡа өлгәште.
Шулай уҡ турнирҙа Башҡортостандан тағы ла ике боксерҙың сығыш яһауы көтөлә. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, 2024 йылдағы БРИКС уйындары еңеүсеһе Азалия Әминева Нигериянан Синтия Огунсемилоре менән осрашыуҙа үҙ ауырлыҡ категорияһында Азия чемпионын асыҡлаясаҡ. Профессиональ боксер Данис Ғабдрафиҡов шулай уҡ Азия чемпионы билбауы өсөн Ҡаҙағстандан Рәхәт Сейтжан менән алышасаҡ. Турнир Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев, Рәсәй һәм БР Бокс федерацилары ярҙамында ойошторола.
Ошондай кимәлдәге турнирҙар һәм башҡорт боксерҙарының халыҡ-ара аренала сығыш яһауы республикала был спорт төрөнөң юғары кимәлдә үҫешеүе хаҡында һөйләй. Республика Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров бокстың төбәктә төп дисциплиналарҙың береһе булыуын билдәләне.
Фото: sobaka.ru
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=7892