

Улар араһында боҙҙа уҙыш буйынса 10 тапҡыр донъя чемпионы Александр Балашов, боҙҙа уҙыш буйынса Европа чемпионы һәм биш тапҡыр Рәсәй чемпионы Никита Богданов, боҙҙа команда ярыштарында донъя чемпионы һәм шоссе-ҡулса уҙышы буйынса күп тапҡыр СССР чемпионы Александр Московка, тип хәбәр иттеләр Ғ.Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәгенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Николай Красников шәхси уҙыштарҙа һигеҙ тапҡыр, команда беренселектәрендә 12 тапҡыр донъя чемпионы исемен, күп тапҡыр Рәсәй кубогына ярыштарҙа еңеү яулаған.
2025 йылдың 16 июнендә юл фажиғәһендә мотоуҙышсының ғүмере өҙөлдө.