+17 °С
Дождь
Спорт
5 Августа , 05:10

Баскетбол легендаһы Иван Едешко

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя баскетболы легендаһы, олимпия чемпионы Иван Едешконы хөрмәтләп иҫкә алды. Уның һүҙҙәренсә, баскетболдан һәм спорттан алыҫ торғандар ҙа 1972 йылда Мюнхенда Олимпиада финалында СССР-ҙың йыйылма командаһын еңеүгә алып килгән «алтын пас» тарихын белә.  

Баскетбол легендаһы Иван ЕдешкоБаскетбол легендаһы Иван Едешко
Баскетбол легендаһы Иван Едешко

«Иван Иванович ысын патриот, өлкән иптәш һәм республиканың оло дуҫы булып хәтеребеҙҙә һаҡланыр. Ул һәр ваҡыт Башҡортостанда ҡәҙерле ҡунаҡ булды, беҙгә күп тапҡыр килде, беҙҙең менән бергә уңыштарыбыҙға ҡыуанды, башланғыстарыбыҙҙы хупланы. Үҙенең өлгөһөндә йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнергә дәртләндерҙе һәм уларға лайыҡлы өлгө булды. Иван Ивановичтың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам», — тип яҙҙы республика Башлығы.

Илебеҙ һәм донъя баскетболы легендаһы Иван Едешко 2026 йылдың 30 июлендә 82-се йәшендә арабыҙҙан китте.

https://bash.bashinform.ru/news/

Автор:
Читайте нас