-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

26 ғинуарҙа Ҡырмыҫҡалы районының ЗАГС бүлегендә ике пар игеҙ бала тыуыуы тураһында акттар теркәлгән. Дамир һәм Дарья ғаиләһендә Рафаэль һәм Эмиль, шулай уҡ Азамат һәм Гүзәл ғаиләһендә донъяға килгән Арыҫлан һәм Ассель тәүге документҡа эйә булған.

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған
Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

«Игеҙәктәр – район өсөн һирәк, йылына 3-4 тапҡыр ғына була торған ваҡиға. «Бала тыуыуы» суперсервисы ярҙамында бер юлы ике пар сабыйҙың тыуыуы теркәлде һәм бер көндә документтар тапшырылды. Электрон суперсервис ата-әсәләрҙең ваҡытын күпкә экономиялай, кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә мөмкинлек бирә», — тип белдерҙе Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-01-27/yrmy-alyla-ber-yuly-ike-par-ige-k-tyu-an-4552502

 

 

Автор:
Читайте нас