-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Манник

Тәрәнерәк һауытҡа тәүҙә бер стакан шәкәргә әҙерәк сода һалып болғайбыҙ

Манник
Манник

Уға берәр стакан он, манный ярмаһын ҡушып, йәнә бутарға. Иң һуңынан бер стакан йылымыс һөт ҡушып, шыйыҡ бутҡа хәленә еткәнсе болғатырға. Өйҙә йөҙөм йәки күрәгә булһа, уларҙы ла ҡушырға мөмкин. Бешергәндә сөгөн таба ҡулланһаң, бигерәк тә яҡшы булыр. Уны майлағас, килеп сыҡҡан массаны шунда ҡоябыҙ. Аҙаҡ мейескә ултыртҡас, 200 градуслы эҫегә 20 – 25 минутҡа ҡуябыҙ. Бешкән килеш телеүе ҡыйын, һыуынғанын көтөргә кәрәк.

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: