

Банка төбөнә укроп, ҡарағат һәм керән япраҡтары, ҡара борос һалына. Ҡыяр йомшармаһын өсөн имән япрағы һалырға ла мөмкин. Таҙа итеп йыуылған ҡыярҙарҙы тултырғас, ҡайнап сығып, 5-10 минут самаһы һыуынған һыу ҡоябыҙ (ҡайнар һыуҙы тура ҡойһаң, ҡыярҙар бешеп йомшарасаҡ). 10-15 минуттан һыуын кәстрүлгә бушатып, өс литрлы банка иҫәбенә өс аш ҡалағы тоҙ, дүрт аш ҡалағы шәкәр өҫтәп, яңынан ҡайнатып алабыҙ. Тоҙлоҡто саҡ ҡына һыуытып, һәр банкаға өс аш ҡалағы иҫәбенән 9 процентлы һеркә өҫтәйбеҙ ҙә банкаларҙы тултырып, тимер ҡапҡас менән нығытып ябабыҙ. Шуныһы отошло: был ысул менән тоҙланған ҡыяр бүлмә температураһында ла һәйбәт һаҡлана.