

Балыҡты таҙартҡанда тик эс-ҡарыны менән айғолағын ғына алырға кәрәк. Тәңкәһен, башын ҡалдырабыҙ.
Сүлмәккә һалҡын һыу һалғас, әрселгән бер нисә картуф һәм башлы һуған төшөрәбеҙ. Һыу ҡайнағас, 2-3 баш помидор өҫтәйбеҙ. Картуф бешкәс тә балыҡ һалып, 6-7 минут ҡайнатабыҙ. Тоҙ, борос, лавр япрағы, бүтән төрлө тәмләткес үләндәр өҫтәргә мөмкин.
Фото: vamsup.ru