+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Өйҙә әҙерләнгән сыр

Ярты килограмм эремсеккә 1 литр һөт, 2 – 3 аш ҡалағы иретелгән аҡ май, 1 балғалаҡ тоҙ, шунса сәй содаһы, 1 – 2 йомортҡа кәрәк.

Өйҙә әҙерләнгән сыр
Өйҙә әҙерләнгән сыр
Теләгәндәр 1 балғалаҡ әнис тә ҡушып ебәрә ала.
Иң элек эремсекте эре иләк аша үткәрегеҙ. Шунан уны саҡ ҡайнап сыға башлаған һөткә һалып, һәйбәтләп болғатығыҙ. Шулай эремсек һыуы барлыҡҡа килгәнсе утта тотоп алығыҙ. Унан һыуын һарҡытып, эремсекте кәстрүлгә бушатып, май, яҡшылап туғылған йомортҡа, тоҙ, сәй содаһы (әнис тә мөмкин) өҫтәгәс, бутай-бутай тағы 3 – 5 минут йылытып алығыҙ.
Әҙер эремсекте һалҡын һыу менән сайҡалған икенсе һауытҡа бушатығыҙ. Ә сыр һәйбәт килеп сыҡһын өсөн, уны марляға төрөп, һыуы тамам ағып бөткәнсе ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуйығыҙ. Аҙаҡ өҫтөн майлап, саҡ ҡына тоҙ һибеп, йылы мейес йә духовкаға ҡуйып, әҙерәк кип­тереп алырға ла була.
 Фото: https://yanshishma.com/
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: