+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Фи! Не грето!”

Һәр ҡайһыбыҙ ниндәй ҙә булһа ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Ә бына винегретты барыбыҙ ҙа яратабыҙ, сөнки ул үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсәләрҙән әҙерләнә бит. 

«Фи! Не грето!”
«Фи! Не грето!”

Бешереп туралған сөгөлдөр, кишер, картуф, тоҙло ҡыяр, тоҙло кәбеҫтә, йәшел борсаҡты үҫемлек майы, тоҙ, саҡ ҡына уксус менән боросто бергә ҡушып бутайһың да – салат әҙер.

Был салаттың килеп сығышы тураһында төрлө фекерҙәр бар. Екатерина II батшалыҡ иткән мәлдә ашнаҡсыһы уға ошо ризыҡты әҙерләгән,тип тә белдерәләр. Батшабикә салатты ҡабып ҡараған да: «Фи! Не грето!” тигән, имеш. Ә икенсе берәүҙәр, винегрет беҙҙең табынға алман һәм скандинав кухняһынан ингән, ти. Халыҡ телендә лә бит винегрет- буталсыҡ тигән мәғәнәлә әйтелгән һүҙ. Нәҡ шуның кеүек, винегретҡа ла бит үҙең теләгән ингредиенттарҙы һалырға була.

Фото: yablor.ru              

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: