+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ташҡабаҡтан лечо

Берәр килограмм таш ҡабаҡ, помидор, татлы борос, ярты килограмм кишер, 200 грамм һуған, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 150 грамм көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы аш һеркәһе, 1-әр аш ҡалағы тоҙ һәм шәкәр әҙерләйбеҙ.

Ташҡабаҡтан лечо
Ташҡабаҡтан лечо

Ә хәҙер төп эшкә күсәйек. Йәшелсәләрҙе йыуып, таҙартып, кишерҙе, татлы боросто – оҙонса итеп, таш ҡабаҡты – түңәрәкләп, һуғанды ярым балдаҡлап турайбыҙ. Помидорҙы бешекләп, тышын һыҙырып алабыҙ. Унан ит үткәргестә йәки блендерҙа турайбыҙ. Утта ҡыҙа башлаған кәстрүлгә көнбағыш майы ҡойоп, һуған, кишерҙе һалабыҙ. Улар йомшара биргәс, татлы борос, таш ҡабаҡҡа ла сират етте. Аҙыраҡ тоҙ һибеп, уртаса утта 5 минут быҡтырабыҙ. Артабан үткәрелгән помидор, шәкәр, һарымһаҡ ҡушып, тағы 15 – 20 минут тал­ғын ғына утта тотабыҙ. Биш минут ваҡыт ҡалғас, аш һеркәһе ҡойоп, лечоны болғатабыҙ. Инде әҙерләмәне стерилләнгән банкаларға тултырып, ябырға ла була.

Фото: vsevkulinary.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: