+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Крыжовникты әфлисун тәмләтә

Крыжовник ҡайнатмаһын күптәр яратмай, тик уны ҡышҡылыҡҡа файҙалы һәм бик тәмле итеп әҙерләп була.  

Крыжовникты әфлисун тәмләтә
Крыжовникты әфлисун тәмләтә

Бының өсөн 1 килограмм крыжовникты блендер аша үткәргәндә ике әфлисун һәм бер лимон ҡушып ебәрегеҙ. Лимон менән әфлисунды таҙартмаһаң, ҡатнашманың тәме әскелтем була. Әҙер массаға 1 килограмм самаһы шәкәр ҡомо ла ҡушып яҡшылап бутағас, һыуытҡысҡа алып ҡуяһы ғына ҡала.

Уны туңдырғыста һаҡлаған осраҡта, шәкәр ҡомоноң яртыһы ғына алына. Шулай эшләгәндә, ҡышҡыһын сәй эсергә бик тәмле һәм файҙалы була.

Фото: ideireceptov.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: