+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Тәмле морс

Был эсемлекте әҙерләү өсөн 4 әфлисун (йә 3 лимон), 350 грамм шәкәр (лимонға 400 грамм), бер-ике семтем дәрсен(корица) кәрәк.

Тәмле морс
Тәмле морс

Әфлисундың (лимондың) ҡабығын әрсегеҙ, ярыларын алып, һутын һығығыҙ. Һығымсаны ваҡлап, өҫтөнә һыу ҡойоғоҙ, шәкәр, әрселгән ҡабыҡ, дәрсен һалғас, 5-6 минут талғын ғына утта ҡайнатығыҙ. Кәмендә ярты сәғәт тоноп торғас, һутты һалығыҙ. Унан өҫтөн ҡаплап, һыуытҡыста тотоп алығыҙ. Шунан инде тәмле морс менән һыйланһағыҙ ҙа була.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

Юлиә Кирәева.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: