+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
1 Сентябрь 2022, 18:30

Хужабикәләр ҡолағына

*Рассольникҡа ҡыярҙы ҡыҙҙырып йә бешереп һалһаң, һурпа тәмлерәк килеп сыға.

Хужабикәләр ҡолағына
Хужабикәләр ҡолағына

*Кәбеҫтәне бешергәндә өҫтөнә ҡапҡас япмағыҙ. Бешеп етер алдынан аҙ ғына аш һеркәһе һәм шәкәр ҡомо һалып ебәрегеҙ. Шулай эшләгәндә кәбеҫтәнең тәме бөтөнләй икенсе була.

*Ҡыҙған картуф тәмлерәк булһын тиһәгеҙ, һуғанды айырым ҡыҙҙырып, һуңынан ҡушығыҙ.

*Ашнаҡсылар, ҙур ит киҫәген ҡыҙҙырғас, уны бүлмә температураһында “ял иттерергә” кәңәш итә. Был ваҡытта ит уртаһында булған һыуҙар бар киҫәккә таралып бөтә һәм ризыҡ тәмлерәк була.

*Бешкән икмәк матур булып күренһен өсөн, мейескә ҡуйыр алдынан уның өҫтөнә тоҙло һыу бөркөгөҙ. Бының өсөн 2 аш ҡашығы һыуға бер аҙ тоҙ һалып болғатырға кәрәк.

*Төрөктәр тәмләткестәрҙе быяла һауыттарҙа һаҡларға кәңәш итә. Уларҙың тәмен һәм еҫен ҡағыҙ пакеттар боҙорға мөмкин.

*Күмәс һәм кекстар “ялтыраһын” өсөн, уларға бешкәс, глазурь (шәкәр шәрбәте) яғығыҙ. Ул былай яһала: 2-3 аш ҡашығы шәкәр ҡомон шул уҡ күләмдәге һөттә иретегеҙ һәм сироп барлыҡҡа килгәнсе йылытығыҙ.

*Сохари валсығын арыш йәки икенсе сортлы он, манный бутҡаһы, кукуруз ярмаһы йәки оно алмаштыра ала.

Фото: www.apost.com

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: