+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
1 Сентябрь 2022, 15:00

Тултырылған ташҡабаҡ

Кәрәк буласаҡ: ит фаршы, дөгө, ташҡабаҡ, һуған, кишер, ҡаймаҡ һәм томат пастаһы.

Тултырылған ташҡабаҡ
Тултырылған ташҡабаҡ

Тәүҙә һуғанды, һуңынан эргәһенә кишерҙе һалып ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер булыр алдынан ике аш ҡашығы ҡаймаҡ һәм ике аш ҡашығы томат пастаһын 1 стакан һыуҙа болғатып һалабыҙ. Бер аҙ һыуынғас, әлеге ҡатнашманың яртыһын (ҡуйырағын) фаршҡа бүрттерелгән дөгө менән ҡушып яҡшылап бутайбыҙ. Тоҙҙо тәменә ҡарап һибергә онотмағыҙ!

Ташҡабаҡты тәгәрмәстәргә киҫеп, төшлө өлөшөн алабыҙ ҙа урынына фарш тултырабыҙ һәм май һөртөлгән табаға теҙәбеҙ. Ҡыҙҙырманың ҡалған өлөшөнә тағы 0,5 – 1 стакан һыу өҫтәп, табаға һалығыҙ. Ташҡабаҡтар артыҡ сөсө булмаһын өсөн уларға ла саҡ ҡына тоҙ һибегеҙ. 1 сәғәт дауамында һүрән утта табаның ҡапҡасын ябып бешерергә кәрәк.

 Фото: stalic.livejournal.com

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: