+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
12 Сентябрь 2022, 15:00

Эремсектән һәм кишерҙән запеканка

50 грамм эремсек, 1 ҙур кишер, 2 – 3 аҡ икмәк киҫәге, 2 балғалаҡ ҡаймаҡ, 2 аш ҡала-ғы һөт, ярты йомортҡа, ярты балғалаҡ шәкәр ҡомо, 1 балғалаҡ аҡ май, тоҙ кәрәк буласаҡ.50 грамм эремсек, 1 ҙур кишер, 2 – 3 аҡ икмәк киҫәге, 2 балғалаҡ ҡаймаҡ, 2 аш ҡала-ғы һөт, ярты йомортҡа, ярты балғалаҡ шәкәр ҡомо, 1 балғалаҡ аҡ май, тоҙ кәрәк буласаҡ.

Эремсектән һәм кишерҙән запеканка
Эремсектән һәм кишерҙән запеканка

Кишерҙе бешереп, таҙартып, ваҡ ҡырғыстан ҡырабыҙ. Уға һөттә ебетелгән аҡ икмәк киҫәктәрен, йомортҡа, иләктән үткәрелгән эремсек, ҡаймаҡ, шәкәр ҡомо, тоҙ ҡушып, барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ. Әҙер массаны аҡ май һөртөлгән ҡыҙған табаға һалабыҙ. Запеканка электр йә газ мейесендә 20 – 25 минуттан әҙер була. Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирелә.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: