+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
12 Сентябрь 2022, 10:00

Нимә файҙалы?

Балыҡ ашау файҙалы,тиҙәр. Был ысынлап шулай. Балыҡта, бигерәк тә уның майһыҙ төрҙәрендә, аҡһым, витаминдар, минерал матдәләр күп. Уны ашҡаҙаны аҫты биҙе ауыртҡанда, атеросклероз ваҡытында ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә.

Нимә файҙалы?
Нимә файҙалы?

Ә ниндәй бутҡалар айырыуса файҙалы?  Һоло, манный, тары, ҡарабойҙай бутҡалары.

Һөт һәм һөт ризыҡтарының ниндәй файҙаһы бар? Һөт, кефир, эремсек - сәләмәт кешеләргә лә,  ауырығандарға ла кәрәкле ризыҡ. Һөт ризыҡтары  аҡһымға, витаминдарға,  минераль матдәләргә бай. Уларҙа кальций менән фосфор бар.

Ә шоколадтыҡы файҙаһы нимәлә?  Уның составында май һәм углеводтар күп,шулай уҡ витаминдар һәм минераль матдәләр ҙә бар. Ул йонсоған энергияны бик тиҙ тулыландырырға, кәрәк булғанда (спортсыларға, альпинистарға һәм башҡаларға) шаҡтай ҙур физик көс сарыф ителгәндә ҡулланыла. Әммә ғәҙәти шарттарҙа уны саманан тыш күп ҡулланыуҙан һаҡланырға кәрәк. Татлы аҙыҡ балаларҙың һәм өлкәндәрҙең теше боҙолоуға сәбәпсе була.

Фото: eda-land.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: