+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
13 Сентябрь 2022, 18:30

Алма повидлоһы

(Хужабикәләргә) Алманан бик тәмле иҙмә яһарға була. Уны балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бик яратып ашай.

Алма повидлоһы
Алма повидлоһы

5 килограмм алманы йыуып, өҫтөнә бер аҙ һыу ҡойоп йомшарғансы ҡайнатырға һәм иләк аша сығарырға кәрәк. Килеп сыҡҡан иҙмәне һауытҡа һалып, 100 грамм шәкәр ҡушып бутайһың да йәнә ҡайнатырға ҡуяһың. Шунан бер банка ҡуйыртылған һөт өҫтәгәндән һуң йәнә ҡабартып алырға кәрәк.

Алдан банкаларҙы сәй содаһы менән яҡшылап йыуып, парҙа йә иһә газ мейесендә стерилләштерергә кәрәк буласаҡ. Уларға иҙмәне ҡайнар килеш тултырып, ҡапҡас менән япҡандан һуң һыуынғансы ҡаплап тоторға кәңәш ителә. Барлығы ярты литрлы 8 банка сығырға тейеш. Әгәр алмаларҙы ҡабығынан таҙартып эшләһәгеҙ, уны иләктән түгел, блендерҙан ғына сығарырға була.

Фото: spmguild.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: