+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
16 Сентябрь 2022, 12:00

Кетчуп

Помидор – 3 килограмм, алма – 0,5 килограмм, һуған – 0,25 килограмм, шәкәр ҡомо – 1,5 аш ҡағышы, тоҙ – 1,5 аш ҡашығы, алма һеркәһе – 50 грамм, тәменә ҡарап ҡара һәм ҡыҙыл борос алына.

Кетчуп
Кетчуп

Барыһын да турап, һуған йомшарғансы бешерергә. Һуңынан блендер менән иҙеп, үҙегеҙ теләгән ҡуйылыҡты күреү өсөн 50 минут самаһы яй ғына утта тоторға. Әҙер булыр алдынан тоҙ, шәкәр, боросто оҫтәп, ҡайнатып сығарырға һәм ҡайнар килеш стерилләштерелгән банкаларға тултырырға.

Кетчуп баллы булһын, тиһәгеҙ, алмаһын арттырығыҙ, әҙерәк әскелтемде яратаһығыҙ икән, һарымһаҡ өҫтәргә мөмкин.

Фото: tutkabachok.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: