+8 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
22 Сентября 2022, 13:30

Корейса сөгөлдөр салаты

Был ризыҡты ярты сәғәт эсендә әҙерләп ашарға була.

Корейса сөгөлдөр салатыКорейса сөгөлдөр салаты
Корейса сөгөлдөр салаты

Уның өсөн беҙгә: сөгөлдөр – 500 грамм, көнбағыш майы – 100 грамм, кишер өсөн тигән корей тәмләткесе, һарымһаҡ – өс тырнаҡ, туғыҙ процентлы уксус – тәм буйынса.

Сөгөлдөрҙө корей салаты эшләй торған ҡырғыста ҡырабыҙ. Тәмләткестәр ҡушабыҙ. Һарымһаҡты ваҡлап һалабыҙ. Көнбағыш майын йылытып, уксус менән бергә һалып бутайбыҙ. 3-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Бына беҙҙең салат әҙер ҙә булды. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: ohotamyasa.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас