+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
24 Сентябрь 2022, 15:00

Йомортҡаһыҙ шарлотка

Бының өсөн беҙгә бер стакан он, бер стакан манный ярмаһы, бер стакан шәкәр, бер стакан кефир, ярты стакан иретелгән аҡ май йәки үҫемлек майы, тоҙ, бер сәй ҡалағы сода, ванилин, өс-биш алма кәрәк.  

Йомортҡаһыҙ шарлотка
Йомортҡаһыҙ шарлотка
Башта алманы турап, майланған формаға һалабыҙ. Шунан иләнгән онға манный ярмаһы, шәкәр, кефир, май, сода, ванилин, тоҙ һалып һәйбәтләп бутайбыҙ. Шыйыҡ ҡына ҡамыр килеп сыға. Уны алма өҫтөнә ҡоябыҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып ярты сәғәт тирәһе бешерәбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото: shnyagi.net
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: