+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
25 Сентябрь 2022, 13:00

Баклажанлы ризыҡ

Еңел генә әҙерләнә торған тәмле ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табынығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

Баклажанлы ризыҡ
Баклажанлы ризыҡ
Уртаса ҙурлыҡтағы өс-дүрт баклажан, ике баш һуған, дүрт йомортҡа, бер кубик бәшмәк һурпаһы, үҫемлек майы, ҡара борос алабыҙ. Тоҙ кәрәкмәй.
Тәүҙә бакалажандың тышын әрсеп, ике сантиметр оҙонлоҡта турайбыҙ. Уға йомортҡаны туғып өҫтәйбеҙ ҙә, һәйбәтләп болғатып, ҡапҡас ябып, бер сәғәткә ултыртып торабыҙ. Ошо ваҡыт эсендә биш-алты мәртәбә болғап алабыҙ.
Шунан бәшмәк һурпаһын ваҡлайбыҙ. Һуғанды турап, үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Уға бәшмәк һурпаһын һалып, әҙер булғансы тотабыҙ. Ҡара борос өҫтәйбеҙ.
Ризыҡ әҙер. Эҫе көйөнсә тоҙло һымаҡ булһа ла, әҙерәк һыуығас, тәмләнә.
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Фото: ideireceptov.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: