

Кәрәк буласаҡ: 500 грамм кәбеҫтә, 3 йомортҡа, 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы майонез, 6 аш ҡалағы он, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 сәй ҡалағы йомшартҡыс (разрыхлитель), укроп, кунжут (матурлыҡ өсөн).
Әҙерләү ысулы: кәбеҫтәне оҙонсалап турарға һәм тоҙ менән иҙергә кәрәк. Ваҡ итеп туралған укроп ҡушығыҙ. Йомортҡаны айырым һауытта туғығыҙ. Шунан бөтә ингредиенттарҙы ҡушып ҡамыр баҫығыҙ. Ул шыйыҡ ҡына килеп сығырға тейеш. Табаны майлағыҙ ҙа кәбеҫтә һалып сығығыҙ. Өҫтөнә ҡамырын ҡойоғоҙ. Матурлыҡ өсөн әҙерәк кунжут һипһәгеҙ ҙә була. 180 градус эҫелектә ярты сәғәт тирәһендә бешеп сыға.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com