+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл

Батшалар салаты

Ваҡ ҡырғыста ҡырып, сей кишер менән сөгөлдөр салаты ашарға ғәҙәтләнһәк, 70-80 % ауыр сирҙәр менән сирләмәйбеҙ тигән гарантия була. Көслө иммунитетты бешмәгән кишер һәм сөгөлдөр салаты формалаштыра.

Батшалар салатыБатшалар салаты
Батшалар салаты

Батшалар салаты ла тиҙәр уны. Уға күңелгә ятҡан үҫемлек майы ҡушһаң, тағы ла шәп. Ул салат тағы ла ашҡаҙанда, эсәктәрҙә йыйылып ятҡан, серей башлаған ҡалдыҡтарҙы алып сыға. Ә составында ниндәй файҙалы мәтдәләр барлығын беләбеҙ. Сөгөлдөр кеүәҫе эскән кешеләрҙә инсульт, инфаркт, ҡан юлдары бысраныуы булмауы, шулай уҡ онкологияның да ситләп уҙыуы иҫбатланған.

Фото:edaizpaketa.ru

 https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-1/2021-10-06/batshalar-salaty-2533078

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас