-18 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Дымлама

Иттән һәм йәшелсәләрҙән бешерелгән үзбәк ризығы. Уны әҙерләү өсөн беҙгә 500 грамм һөйәкһеҙ ит, 5-6 эре картуф, 5-6 эре помидор, 1-2 татлы борос, 1-2 баклажан, 1 бәләкәсерәк ташҡабаҡ, зира, тоҙ-борос, 0,5 стакан үҫемлек майы, өҫтөн ҡаплау өсөн кәбеҫтә япрағы кәрәк буласаҡ.

Дымлама
Дымлама

Итте уртаса ҙурлыҡта шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа, ҡоро ҡаҙан төбөнә һалып, тәменсә тоҙ, борос, зира һибеп, яҡшылап бутайбыҙ. Һуғанды ваҡлап, ит өҫтөнә түшәйбеҙ, Ул итте тулыһынса ҡапларға тейеш. Һуңынан эрерәк шаҡмаҡлап туралған картуф, өҫтөнә помидор (помидор аҙ булмаһын, һурпаһын нәҡ ошо йәшелсә бирә), аҙаҡ баклажан, ташҡабаҡ һәм татлы борос һалына.

Һауыт тирәләй әйләндереп, үҫемлек майы ағыҙабыҙ ҙа өҫтөн кәбеҫтә япрағы менән томалап, ҡаҙанды плитәгә ултыртабыҙ. Тоҙ ҙа, һурпа ла өҫтәргә кәрәкмәй. Сәғәт ярым талғын ғына утта бешкәндән һуң, ризыҡ әҙер. Һауытты уттан алып, өҫтәге япраҡтарҙы асабыҙ. Теләһәгеҙ, уларҙы ла турап ашҡа ҡушырға мөмкин.

Ризыҡты саҡ ҡына болғатып, тәрән тәрилкәләргә бүләбеҙ. Өҫтөнә мул итеп йәшел аш тәмләткес үләндәр һибәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в