-18 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Кәбеҫтә тоҙлайбыҙ

Самай кәбеҫтә тоҙлар мәл әле. Һеҙгә ябай ҙа, тәмле лә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Йәшелсәне ваҡ итеп турап, ҡырғыстан ыуылған кишер һәм укроп һалып, 3 литрлы таҙа банкаға тултырабыҙ (ләкин артыҡ тығыҙламайбыҙ).

Кәбеҫтә тоҙлайбыҙ
Кәбеҫтә тоҙлайбыҙ

Тоҙлоҡ әҙерләү өсөн: ҡайнап һыуытылған 1 литрҙан артығыраҡ һыуға (1 литр + 1 стакан) 1,5 аш ҡашығы тоҙ һалып кәбеҫтәле банкаға ҡоябыҙ. Өҫтөн япмайынса 2 көн тотабыҙ. Был ваҡыт эсендә һыуы ташып сығырға мөмкин, шуға күрә һауытты табаҡҡа ултыртыр кәрәк. Ағып сыҡҡан һыуҙы кире һалып торорға. Ике көндән һуң кәбеҫтә тултырылған банкалағы һыуҙы кире бушатып, 1,5 аш ҡашығы шәкәр ҡомо һалып ҡайтанып сығарып һыуытып, кире һалабыҙ. Бындай ысул менән тоҙланған кәбеҫтә телде йоторлоҡ тәмле була.

Фото: adfarm.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в