+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кәтлит һуған ярата

*Бер нисә төрлө ит ҡушһаң, кәтлиттәр тәмлерәк килеп сыға. Әйтәйек: һыйыр, һарыҡ, тауыҡ һәм күркә итен алығыҙ – тәжрибәләр яһауҙан ҡурҡмағыҙ. *Кәтлит өсөн итте ит тарттырғыстан ике тапҡыр сығартып алһаң һәйбәтерәк. Аш-һыу оҫталары иһә һөт урынына ҡайнаған йылы һыу өҫтәһәң йомшағыраҡ була, ти.

Кәтлит һуған ярата
Кәтлит һуған ярата

*Ризыҡтың тәмле килеп сығыуының йәнә бер сере – фаршҡа йомортҡаның һарыһын ғына һалырға кәрәк. Ағы менән бергә ҡушһаң, кәтлиттәр ҡорораҡ була.

*Һуғанды ни тиклем күберәк ҡушаһың – кәтлиттәр шул ҡәҙәр тәмлерәк килеп сыға.

*Кемдер кәтлиткә тигән иткә һуғанды ит тарттырғыстан үткәргәндә үк ҡуша. Әммә һуғанды ваҡ ҡына итеп турап ҡушһағыҙ, айырмаһын һиҙмәй ҡалмаҫһығыҙ.

*Күп хужабикәләр фаршҡа тоҙҙо итте үткәргәндә үк ҡуша. Ашыҡмағыҙ! Уны әүәләр алдынан ғына өҫтәгеҙ: кәтлиттәрҙең йомшаҡ булыу-булмауы шуға ла бәйле.

*Фаршҡа икмәк ҡушыу мәжбүри түгел, ти аш-һыу оҫталары, уны теләһә ниндәй йәшелсә менән алыштырырға тәҡдим итәләр: мәҫәлән, кәбеҫтә, картуф, кишер. Әгәр инде икмәк ҡушырға уйлайһығыҙ икән, уны һөттә түгел, ә ҡайнаған йылы һыуҙа ебетегеҙ: һөт ҡулланғанда кәтлиттәр ҡорораҡ килеп сыға.

*Әүәләгәндән һуң кәтлиттәрҙе күпертелгән йомортҡа ағына манып алһаң, улар тағы ла тәмлерәк буласаҡ.

Фото: stopgame.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: