-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

“Бунито”

Был салат өсөн 250 грамм тауыҡ ите, 3-4 йомортҡа, 125 грамм корейса кишер, 100 грамм сыр, майонез, тоҙ, петрушка-укроп кәрәк буласаҡ.

“Бунито”
“Бунито”

Тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ, һыуынғас, ваҡ итеп турайбыҙ. Был – салаттың беренсе ҡатламы.

Икенсе ҡатлам итеп корейса эшләнгән кишер һалына. Кишерҙе үҙең эшләһәң дә, һатып алһаң да була. Өҫтөнә йоҡа ғына майонез һылайбыҙ.

Бешкән йомортҡаларҙың һарыһын ағынан айырабыҙ. Дүртенсе ҡатлам итеп ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡаның ағын һалып, йәнә майонез буяйбыҙ. Һуңынан өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һибеп, матурлап биҙәп ҡуябыҙ.

Фото: mircooking.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: