+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Йомшаҡ ҡуян» салаты

Киләһе йыл - Көнсығыш календары буйынса Ҡуян йылы. "Ҡуян" салатын эшләргә ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ.

«Йомшаҡ ҡуян» салаты
«Йомшаҡ ҡуян» салаты

Салат өсөн 400 грамм тауыҡ ите, 3 - 4 картуф, 4 тауыҡ йомортҡаһы, 100 грамм сыр, 2 - 3 тоҙло ҡыяр, 1 баш һуған, тоҙ, борос, пекин кәбеҫтәһе, зәйтүн емеше, биҙәү өсөн кишер кәрәк буласаҡ. Итте, картуфты бешереп, ваҡ итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Ҡыярҙы ла шаҡмаҡлап турарға кәрәк. Йомортҡаның икәүһен шулай турайбыҙ. Ҡалған икеһенең ағын ситкә алып ҡуябыҙ, һарыһы - салатҡа. Туралған ризыҡтарҙы бер һауытҡа һалып тоҙ, борос, майонез ҡушып бутайбыҙ. Шунан тәрилкәгә һалып, ҡуян формаһын эшләйбеҙ. Сыр һәм баяғы йомортҡа ағын ҡырғыстан үткәреп өҫтөнә һалабыҙ. Зәйтүн емешенән күҙҙәрен, танауын эшләйбеҙ, пекин кәбеҫтәһенән - ҡолаҡтарын. Кишер менән биҙәп ҡуябыҙ.

Фото: vk.com.

https://yanshishma.com/articles/ash-yu-ser-re/2022-12-03/uyan-salaty-3056617

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: